05:42 (UTC+5), 11 Января 2021

Башҡортостанда ике автобус ҡатнашлығындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы ике автобус ҡатнашлығындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң енәйәт эше ҡуҙғатты. «Оло Ыҡтамаҡ – Өфө» рейсын башҡарған «Форд Транзит» автобусының 35 йәшлек водителе ҡулға алынды.
«Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы етәкселеге ваҡиға урынына юлланды. Бер нисә экспертиза тәғәйенләнде», — тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
Бынан алда «Башинформ» 10 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә Кропачево-Мәсәғүт-Әчит трассаһында Татар Малаяҙы ауылы янында аварияла ғәйепләнеүсе водителдең, ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Өфө – Оло Ыҡтамаҡ» микроавтобусы менән бәрелешеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Беренсе автобустағы 15 пассажирҙан алты йәшлек малай һәм 13 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Тағы ун кеше, шул иҫәптән дүрт бала яҡындағы дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ икенсе автобустың 43 йәшлек водителе һәм бер пассажиры дауаханаға һалынған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика