12:53 (UTC+5), 30 Декабря 2020

Этте ҡотҡарған: Башҡортостанда бер ирҙең өҫтөнә ағас ауған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Белорет районы Баҫҡан ауылында урман ҡырҡыу участкаһында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, 43 йәшлек ир ҡырҡылып бөтмәгән ағастар янында сабып йөрөгән этте күреп ҡалған. Уны ҡотҡарырға һәм хәүефле урындан ҡыуып ебәрергә теләгән.
Этте ҡыуам тип, үҙенең өҫтөнә ағас ауғанын күрмәгән. Ҡотҡарыусылар ағасты бысып ҡына уны ҡамауҙан сығара алған.
«Ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары килгән. Улар ирҙе ағас ботаҡтары араһынан сығарырға ярҙам иткән һәм ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырған», — тип һөйләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика