06:15 (UTC+5), 25 Ноября 2020

Башҡортостанда автомобиль Ыҡ йылғаһына ҡолаған: ике ир һәм бер ҡатын һәләк булған

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда 25 ноябрҙә төндә Йәрмәкәй районында урындағы әһәмиәттәге Таркаҙы – Новотроевка автомобиль юлының 55-се саҡрымында «ВАЗ-2109» ҡатнашлығында үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән. Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан ике махсус машина һәм шәхси составтан биш кеше ебәрелгән.
Авария һөҙөмтәһендә машинаның Ыҡ йылғаһына ауғаны билдәләнгән. Уны һыуҙан тартып сығарыу өсөн «МАЗ» краны йәлеп ителгән. Автомобилде сығарғас, юл-транспорт ваҡиғаһында өс кешенең – ике ирҙең һәм бер ҡатындың һәләк булыуы асыҡланған. Аварияла иҫән ҡалған 23 йәшлек иргә амбулатор дауаланыу талап ителгән.
«Урында йәшәгән 25 йәшлек ир, «ВАЗ-2109» машинаһы менән ауыл-ара юлдан китеп барғанда күпергә етер алдынан юлдағы кәртәгә бәрелеп, йылғаға ҡолаған. Водитель һәм уның ике пассажиры ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән», — тип аңлатма бирҙеләр република Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, юлда хәрәкәт сикләнмәгән. Фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана. Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика