06:07 (UTC+5), 23 Октября 2020

Өфө дауаханаһында атаһы менән бергә поезд аҫтында ҡалған сабый вафат булған

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
Кисә Өфө дауаханаһында ике йәшлек сабый вафат булған. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22 октябрҙә киске сәғәт 9 тула 10 минутта бала клиник үлем хәлендә 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының ҡабул итеү бүлегенә килтерелгән.
«Реанимация залында 30 минут дауамында реанимация саралары уҙғарылған, 10-сы 20 минутта баланың биологик үлеме теркәлгән», — тип белдерҙеләр ведомствола.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улын ҡулына күтәргән ир яҡынлашып килгән поезд алдынан сығып барған, ләкин өлгөрмәгән. Ул ваҡиға урынында, «Иглин» тимер юл станцияһында һәләк булған.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика