11:24 (UTC+5), 28 Сентября 2020

Башҡортостанда 25 миллион һум урлауҙа ғәйепләнгән ирле-ҡатынлы Хәйруллиндарға хөкөм ҡарары сығарылды

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
Башҡортостанда Салауат ҡалаһы суды 2019 йылдың майында 25 миллион һум урлаған ирле-ҡатынлы Хәйруллиндарға хөкөм ҡарары сығарҙы. Элекке кассир Луиза биш йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатылды. Уның ире Марат алты йылға дөйөм режимлы колонияға хөкөм ителде. Уға суд залында уҡ ҡулына бығау кейҙерҙеләр. Бынан тыш, ғаилә урланған 25 миллион һумды банкка кире ҡайтарырға тейеш.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы хөкөмгә тәүгеләрҙән булып Мараттты килтереүҙәрен хәбәр иткәйне. Һуңынан Луизаны ла алып килделәр.
Суд залынан «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе хәбәр итеүенсә экс-кассир иренең һорауы буйынса аҡсаны бүлеп алып сыҡҡан (биш меңдән 100 мең һумға тиклем). Ире бөтәһен дә казинола отторған. Юғалыр алдынан Луиза 1,5 миллион һум урлаған, ул ысын купюралар урынына ялғанын һалған. Хәйруллиндарҙың балалары ата-әсәһе ҡылған енәйәт тураһында телевизорҙан белгән, тиелә эш материалдарында.
Марат һүҙҙәренсә, ул ҡатыны менән юғары инстанцияға ялыу бирергә йыйына. Шулай уҡ ул журналистарға судтан ҡулына бығау кейҙереп алып китерҙәр тип көтмәгәнен әйтте. Луиза, үҙ сиратында, Салауат ҡалаһы судының хөкөм ҡарарын ишеткәс, илап ебәрҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт ғәйепләүсеһе 25 миллион һум урлаған өсөн элекке кассирҙы – алты йылға, ә уның ирен ете йылға төрмәгә ултыртыуҙы, шулай уҡ уларҙың бер йылға иркен сикләүен һорағайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика