Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Сентябрь 2020, 12:55

Баш ҡалала суд хеҙмәткәрҙәре һәм килеүселәр эвакуацияланды

Ксения Калинина
Ксения Калинина
Өфөлә 17 сентябрҙә Дим, Ленин, Орджоникидзе, Совет, Калинин, Октябрь районы судтарына мина һалыныуы тураһында электрон хаттар килде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
«Әйтеп үтелгән судтарҙың хеҙмәткәрҙәре һәм килеүселәр эвакуацияланды. Әлеге ваҡытта тикшереү үткәрелгәндән һуң бөтә судтар штат режимында эшләй башланы», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 13 һәм 20 августа ла Өфө судтары менән ошондай хәлдәр булғайны.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: