Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Июнь 2020, 14:48
Башҡортостанда такси водителе ике үҫмерҙе бәрҙергән: бер ҡыҙ урында һәләк булған
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Иглин ауылында такси ҡатнашлығындағы авария фажиғә менән тамамланды. 16 июндә көндөҙ ике 15 йәшлек ҡыҙ урамда йөрөгән. Бер ваҡыт «Рено Логан»дың 37 йәшлек водителе үҫмерҙәрҙе күрмәгән һәм уларҙы Ворошилов урамында бәрҙергән.
«Бер ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк булған», — тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.
Әле урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Икенсе ҡыҙҙың хәле билдәһеҙ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, аварияла ғәйепле водитель иҫерек булған һәм юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасырға маташҡан.
https://www.bashinform.ru/news/1462207-v-bashkirii-voditel-taksi-sbil-dvukh-podrostkov-odna-devochka-pogibla-na-meste/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
юл-транспорт ваҡиғаһы
такси
иглин
Читайте нас: