07:06 (UTC+5), 27 Января 2020

Республикала йәшәүселәрҙе буран һәм көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы тураһында иҫкәртәләр

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда һауа шарттары тотороҡһоҙ ҡала. Юлдарҙа урыны менән тайғаҡ, ҡарҙа 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей, шул иҫәптән бөгөн кис көслө буран көтөлә. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
«Шуға бәйле республика юлдарына бик күп техника йәлеп ителгән. Әле 1012 берәмек техника эшләй, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа — 243 берәмек, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа — 572, Өфөлә — 197», — тине ведомство етәксеһе.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә республикала һалҡындар көтөлә. 27 ғинуарҙа бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -7,-12 градус була.
Шишәмбе, 28 ғинуарҙа, төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә -15,-20, аяҙытҡанда -25 градусҡа тиклем, көндөҙ -12,-17.
Шаршамбы, 29 ғинуарҙа, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән еңелсә ҡар. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -19,-24, урыны менән -30 градусҡаса, көндөҙ -10,-15.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика