10:17 (UTC+5), 15 Января 2020

Өфөлә көнкүреш газы шартлауы арҡаһында түшәм емерелгән, зыян күреүселәр бар

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2020 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 15 ғинуарҙа иртән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Кризислы хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенең оператив-дежур сменаһына Өфө ҡалаһының Пекин урамындағы 16-сы йортта стенаның емерелеүе тураһында хәбәр килгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Көнкүреш газы шартлауы арҡаһында икенсе ҡатта түшәм емерелгәне асыҡланған.
30 кеше үҙ аллы эвакуацияланған, өс кеше йәрәхәтләнгән, уларҙың берәүһе – бала. Конструкцияларҙы һүтеү эштәре бара. Шәхси составтан 70 кеше һәм 17 берәмек техника, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 41 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән.
Хәл – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы контролендә, оператив штаб эшләй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов та ваҡиға урынында.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика