Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.13
+0.62
90.66
+1.35
66.37
+1.03
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Ғинуар 2020, 17:24

Яңы йыл байрамдарында янғындар һаны һиҙелерлек кәмегән – Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2020 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы яңы йыл байрамдарында янғындар һанының һиҙелерлек кәмеүе хаҡында хәбәр итте.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 1-9 ғинуарҙа республикала 150 янғын теркәлгән. Был 2019 йылдың ғинуар каникулдары (185) менән сағыштырғанда 19 процентҡа аҙыраҡ.
Быйыл 150 янғында биш кешенең ғүмере өҙөлгән. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек 20 кеше янғын ҡорбаны булған.
Икәүһе, уҙған йылда туғыҙы төрлө йәрәхәттәр алған.
«Балалар үлеменә һәм йәрәхәтләнеүенә юл ҡуйылмаған», — тип белдерҙе ҡотҡарыусылар.
Быйыл яңы йыл байрамдарында сыҡҡан янғындарҙың төп сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалын ҡулланыу, мейес яғыу ҡағиҙәләрен боҙоу.
Читайте нас: