08:00 (UTC+5), 31 Декабря 2019

Республикала 17 йәшлек уҡыусы өйөндә ремонт яһаған ваҡытта һәләк булған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә 17 йәшлек уҡыусының ғүмере өҙөлгән. «Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, 30 декабрҙә Баймаҡта үҫмер өйҙә ремонт эшләгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул, ҡулына шымарта торған машинка тотоп, ултырғысҡа менеп баҫҡан. Ҡайһылыр мәлдә ул тигеҙлеген юғалтып, ултырғыстан ҡолап төшкән. Приборҙың йөҙө йоҡо артерияһын киҫкән – уҡыусы урында йән биргән.
Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тикшереү эше алып барыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика