06:06 (UTC+5), 02 Декабрь 2019

Южноуральск-Магнитогорск трассаһында өс яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 декабрҙә Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районында теркәлгән юл фажиғәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың өсәүһе – Башҡортостандың Сибай ҡалаһынан.
Өлкәнең Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, иртәнге сәғәт 11 тирәһендә Южноуральск-Магнитогорск трассаһының 152-се саҡрымында «Хендай» һәм «Лада Ларгус» бәрелешкән. Ике водитель һәм илебеҙ автомобиленең ике пассажиры урында һәләк булған. Тағы өс кеше дауаханала. Шаһиттар әйтеүенсә, «Лада» водителе пассажирҙарҙы, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙҙы BlaBlaCar сервисы аша тапҡан.
Сибай мэры Рөстәм Афзалов һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Силәбенән Сибайға ҡайтырға тип заказ бирелгән булған, тип билдәләне чиновник.
«Мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен ерләү урынына алып ҡайтыу һәм ерләүҙе ойоштороу буйынса барлыҡ сығымдарҙы хакимиәт үҙ өҫтөнә ала, - тип белдерҙе оператив кәңәшмәлә Рөстәм Афзалов. – Магнитогорск дауаханаһында ятҡан пассажирҙарға ла тейешле ярҙам күрһәтербеҙ».
Зыян күргәндәрҙең хәле ауыр тип баһалана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров легаль булмаған таксиҙар буйынса тикшереү ойошторорға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика