08:27 (UTC+5), 22 Ноября 2019

Башҡортостанда криминаль йәшәү рәүешен пропагандалаған 33 интернет-сайтты ябалар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ғафури районы прокуратураһы криминаль йәшәү рәүешен пропагандалаған 33 сайтты асыҡланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.
Сайттарҙа шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре иҫәпләгесе күрһәткестәрен үҙгәртеү өсөн магниттар һатылған.
Порталдарға инеү ирекле булған, алдан теркәлеү һәм пароль талап ителмәгән, теләгән һәр кем ошо мәғлүмәт сайттарының йөкмәткеһе менән таныша алған. «Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте яҡлау тураһында» федераль закон енәйәт йәки административ яуаплылыҡ ҡаралған мәғлүмәт таратыуҙы тыя. Шуға бәйле район прокуроры интернет-сайттарҙағы мәғлүмәтте Рәсәй биләмәһендә таратыу тыйылған тип таныуҙы һәм уларҙы ябыуҙы һорап, судҡа мөрәжәғәт иткән.
Суд ҡарарҙары үтәлһен өсөн Роскомнадзор органдарына ебәрелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика