05:58 (UTC+5), 18 Ноябрь 2019

Республикала гаражда үлеп ятҡан 16 йәшлек үҫмерҙәрҙе дуҫтары тапҡан

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Стәрлетамаҡта һәләк булған Яромил Х. менән Олег Г.-ны дуҫтары тапҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, егеттәр гаражда һөрөмдән тонсоғоп үлгән. Үҫмерҙәрҙең таныштары һүҙҙәренсә, тәүҙә дуҫтарының телефонына шылтыратҡандар, ләкин бер кем дә яуап бирмәгән. Шаһиттар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен саҡырған. Гаражды асыуға Стәрлетамаҡ колледжы уҡыусылары үле булған: береһенең кәүҙәһе — ишек янында, икенсеһе еңел автомобиль рулендә табылған. Машинаның двигателе эшләмәгән, сөнки бензины бөткән. Автомобиль йылытҡысы һүндерелмәгән.
Яромил Х.-ның әсәһе социаль селтәрҙә улының вафат булыуын хәбәр итте һәм ҡулланыусыларҙы егетте кәмһетмәүен һораны. Дуҫтар 2019 йылда туғыҙынсы класты тамамлап, колледжға уҡырға ингән. Уларҙың автомобилдәр менән мауығыуҙары билдәле.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостандың Тәфтиш комитетында «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика