08:19 (UTC+5), 15 Ноября 2019

Өфөлә водолаздар хәбәрһеҙ юғалған балаларҙы һәм уларҙың атаһын эҙләүҙе дауам итә

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә 20-се көн инде эҙһеҙ юғалған Артем Мазовты һәм уның ике улын эҙләү эштәре туҡтамай. Эҙләүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, водолаздар, ирекмәндәр, психологтар ҡатнаша. 15 ноябрҙә урындағы киң мәғлүмәт саралары водолаздар башҡаса юғалғандарҙы һыуҙан эҙләмәйәсәген, ә Өфө һәм Ағиҙел йылғаларының эргә-тирәһен тикшереү менән шөғөлләнәсәген яҙып сыҡты.
«Башинформ» агентлығы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәттәренә ошо мәғлүмәткә аңлатма биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте, сөнки эҙләүҙә тап уларҙан водолаздар ҡатнаша.
Әлеге ведомстволарҙан «Башинформ» агентлығына водолаздар һыу аҫтында ла, һыу өҫтөндә лә эҙләүҙе дауам итә тигән яуап килде. Бынан тыш, водолаздар төркөмләп, сменалап эшләй.
«Бөгөнгә йылғаларҙың ҡайһы бер участкаларында эҙләү тамамланған. Водолаздар башҡа урындарҙы тикшерә, сменалап эшләй», — тип асыҡлыҡ индерҙе республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте еткәсеһе Алик Шәрәфетдинов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөнән 37 йәшлек Артем Мазов һәм уның ике балаһы – биш йәшлек Вячеслав һәм һигеҙ йәшлек Илья 26 октябрҙә юғалғайны. Икенсе көндө Өфөнөң Калинин районы урманында ир һәм уның балалары ултырып киткән автомобилде таптылар. Тәфтишселәр юғалыуҙың төрлө версияларын ҡарай.
«Уларҙың ҡайҙалығын белгәндәрҙән Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығына 8 (347) 251-62-51 йәки 02 телефоны буйынса шылтыратыуҙарын һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа Башҡортостандың Тәфтиш комитетында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика