06:50 (UTC+5), 23 Октябрь 2019

Өфөнөң сауҙа үҙәгендә 14 йәшлек ҡыҙҙың хәле насарайған: уҡыусы дауаханала үлгән

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты 14 йәшлек Өфө ҡыҙының үлем осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүен ойошторған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 22 октябрҙә өс үҫмер Өфөнөң «Ғаилә» сауҙа үҙәгенең бәҙрәф бүлмәһенә ингән. Ниндәйҙер мәлдә 14 йәшлек ҡыҙ аңын юғалтҡан. Эргәләге кешеләр «ашығыс ярҙам» саҡыртҡан.
Табиптар уҡыусыны дауаханаға алып киткән. Реанимация сараларына ҡарамаҫтан, ул, аңына килмәйенсә, шул көндө үк вафат булған.
«Ваҡиға урыны тикшерелгән. Шаһиттарҙан һорау алына. Үҫмерҙең үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән», — тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетында.
Рәсми раҫланмаған мәғлүмәт буйынса, үҫмерҙәр газ баллоны менән шаярған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика