07:36 (UTC+5), 13 Сентября 2019

Башҡортостанда йыл башынан 192 кеше, шул иҫәптән 7 бала янғында һәләк булды

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йыл башынан 192 кеше, шул иҫәптән 7 бала янғында һәләк булды. Ошо хаҡта Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
Уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда һәләк булыусылар һанының артыуы билдәләнә. Янғындың төп сәбәптәре — ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.
Тәьҫирле иҫкәртеү сараһы сифатында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 55 йәштән өлкәнерәк яңғыҙ йәшәгән фәҡир граждандарҙы янғын тураһында хәбәр иткән приборҙар менән тәьмин ителергә тейешле граждандар категорияһына индерергә тәҡдим итте.
Аҙ тәьмин ителгән һәм яңғыҙ граждандарға электр сымының, мейестең төҙөклөгөн тикшереүҙә ярҙам итеү ҙә янғынды иҫкәртеүҙең һөҙөмтәле сараһы булып тора. Әлеге ваҡытта ошондай ярҙам күрһәтеү механизмы әҙерләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика