Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
82.73
-1.15
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Сентябрь 2019, 17:01

Башҡортостанда таҫма менән уйнау ете йәшлек малайҙың үлеменә килтергән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 12 сентябрҙә Иглин районы ауылдарының береһендә ете йәшлек бала менән бәхетһеҙ осраҡ булған. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ете йәшлек малай шәхси йорттоң баҫҡысында таҫма менән уйнап йөрөгән. Малай таҫманың бер осон яндауырға бәйләгән, ә икенсеһен үҙенең өҫтөнә һалған. Бала яҙа баҫҡан, күрәһең, һәм был фажиғәғә килтергән. Малай быуылып үлгән тип фаразлана.
Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, баланың үлем осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: