08:56 (UTC+5), 21 Август 2019

Башҡортостанда биш йәшлек ҡыҙыҡайҙың өҫтөнә шкаф ауған, бала үлгән

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Стәрлетамаҡта бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында биш йәшлек ҡыҙыҡайҙың ғүмере өҙөлгән. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ҡыҙыҡай алты йәшлек ағаһы менән бүлмәлә уйнап йөрөгән.
«Балалар уйын менән мауығып киткән. Ҡыҙыҡай шкафҡа менгән һәм унан батутҡа һикергән. Шул саҡта шкаф баланың өҫтөнә ауған. Ҡыҙыҡай үлгән. Ваҡиға урынына килгән тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре баланың үлемен раҫлаған», —тип һөйләне әңгәмәсе.
Билдәле булыуынса, балалар тәрбиәләнгән ғаилә имен тип иҫәпләнә. Фажиғә мәлендә ата-әсәнең береһе күрше бүлмәлә булған.
«Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә», — тип белдерҙеләр «Башинформ» агентлығына төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика