06:39 (UTC+5), 15 Августа 2019

«Урал һауа юлдары» самолеты баҫыуға төшкән: сәбәбе һәм герой-пилоттарҙың исемдәре

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 15 августа иртән «Урал һауа юлдары» компанияһы аэробусы ашығыс рәүештә Мәскәү өлкәһендәге кукуруз баҫыуына ултырған. Борттағы пассажирҙарҙың береһе лә зыян күрмәгән, был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр иттеләр. Борт Мәскәү (Жуковский) – Симферополь рейсын башҡарған.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына бөтә хеҙмәттәр: медиктар, янғын һүндереүселәр килгән. Әле пассажирҙарҙы урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.
Авиакомпанияла ашығыс рәүештә ергә төшөүҙең сәбәбен атанылар. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ҡоштар менән бәрелешеү арҡаһында двигателдәр янып киткән.
Шулай уҡ 226 ғүмерҙе ҡотҡарған пилоттарҙың исемдәре аталды: Екатеринбургтан Дамир Йосопов һәм Георгий Мурзаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика