07:27 (UTC+5), 14 Августа 2019

Ғафури районында оҙайлы ҡойма ямғырҙар арҡаһында 15 һыйыр батып үлгән

видеонан стоп-кадр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Ғафури районы Юлыҡ ауылы янында август башынан 15 һыйыр Еҙем йылғаһына батып үлгән. Урындағы социаль селтәрҙә яҙыуҙарынса, тимер-бетон күперен төҙөкләндереүҙәре сәбәпле ағас баҫма һалынған. Эргәлә һыйырҙар йөрөгән. Август башынан оҙайлы ҡойма ямғырҙар башланған – йылғала һыу күтәрелгән һәм ағым малдарҙы ваҡытлыса күпер аҫтына ағыҙып алып киткән.
Урындағы халыҡ хәбәр итеүенсә, был хәл бер нисә көн дауам иткән.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Юлыҡ ауылында Еҙем йылғаһындағы ваҡытлыса күперҙе һүткән саҡта батып үлгән 15 һыйыр табылған. Үле малдар юҡ ителгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика