08:25 (UTC+5), 17 Июль 2019

 Өфөлә «КамАЗ» водителе шартлаған шинанан ауыр йәрәхәтләнгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандағы дәүләт хеҙмәт инспекцияһы «Өфөнөң Совет районын төҙөкләндереү хеҙмәте» муниципаль бюджет учреждениеһының 39 йәшлек водителе ауыр йәрәхәт алған бәхетһеҙ осраҡты тикшереүҙе тамамланы.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 20 июндә ир «КамАЗ»да ваҡланған асфальт ташыған. Өс рейс яһағандан һуң дүртенсеһе мәлендә машинаның артҡы тәгәрмәсе тишелгән. Водитель йөктө тәғәйен урынға алып барып бушатҡан һәм предприятиеның гараж боксына юл тотҡан.
Ир шиналар монтажлау оҫтаханаһында тәгәрмәсте һүткән, бортын айырған, камераны алмаштырған һәм компрессор ярҙамында һауа тултырған. Унан һуң ул тәгәрмәсте этеп сығарып һөйәгән һәм баҫымды тикшерергә булған. Шул мәлдә камера шартлаған һәм тәгәрмәс водитель яғына осоп китеп, уның башының уң яғын эләктергән.
Ваҡиға урынында булған хеҙмәткәрҙәр шунда уҡ «ашығыс ярҙам» саҡыртҡан. Ирҙе 22-се дауаханаға алып барып, табиптар унда мейе һелкенгәнен, баш һөйәгенең күп урында һыныуын асыҡлаған.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Совет районының муниципаль учреждениеһында хеҙмәт һаҡлау талаптары боҙолоуын асыҡлаған. Хеҙмәткәр кәрәкле һаҡланыу саралары менән тәьмин ителмәгән, хеҙмәтте һаҡлау тураһында идара системаһы положениеһы эшләнмәгән. Бәхетһеҙ осраҡҡа эште дөрөҫ ойоштормау, махсус урындан ситтә тәгәрмәҫ баҫымын тикшереү кеүек технологик процесты боҙоу килтергән тип белдерәләр ведомствонан.
Хеҙмәтте һаҡлау талаптарын боҙоуҙа ғәйепләнеүселәргә дөйөм суммаһы 200 мең һум тәшкил иткән штрафтар һалынған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика