11:55 (UTC+5), 15 Июля 2019

Башҡортостанда үлемесле авария яһаған автобус водителе ҡулға алынды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Төбәк Тәфтиш идаралығы республиканың Архангель районында үҙе идара иткән автобусты түңкәргән 32 йәшлек Татарстан кешеһе ҡулға алынды тип хәбәр итә. Ул юл хәрәкәте һәм транспорт саралары ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙа һәм шуның менән ике йәки унан күберәк кешеләрҙең үлемендә ғәйепләнә.
Криминалсылар мәғлүмәте буйынса, 14 июлдә ир пассажирлы автобус руле артында Белореттан Яр Саллы ҡалаһына 39 кешене алып барған. Өфө – Инйәр – Белорет юлынан Архангель районда булғанда ул идараны юғалтҡан һәм юлдан ситкә сығып, автобусты кюветҡа ауҙарған. Һөҙөмтәлә 6 кеше үлгән, 30 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған тиҙәр тәфтишселәр.
Әле үлгән пассажирҙарҙың кәүҙәләренә Өфөлә суд-медицина тикшереүе үткәрәләр. Криминалсылар автобустың техник торошон тикшерә, уны ҡулланыу тәртибен боҙоуҙы асыҡлай. Татарстандағы коллегалар менән берлектә транспорт сараһы эйәһе - «Альтекс» компаниялар төркөмө яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең документтары алына. Һуңынан яуаплы шәхестәргә хоҡуҡи баһа биреләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡулға алынған водитель быға тиклем тиҙлек режимын арттырғанға 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика