03:09 (UTC+5), 15 Июль 2019

Башҡортостанда 39 пассажиры менән автобус түңкәрелгән

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостанда 14 июлдә киске сәғәт ундарҙа республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына 39 пассажиры менән King Long XMQ автобусы түңкәрелеүе тураһында мәғлүмәт килә. Һәләкәт Өфө-Инйәр-Белорет юлының 54-се саҡрымында булған.
Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында.
«Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының кризис хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә Архангел районының Ирныҡшы ауылы эргәһендә автобус түңкәрелгән тигән хәбәр килә. Зыян күреүселәр бар. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, медицина хеҙмәткәрҙәре, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы эшләй. Мәғлүмәт асыҡлауҙы талап итә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығында оператив штаб ойошторолған. Хәл контролгә алынған», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, биш кеше һәләк булған һәм бишәүһе зыян күргән. Социаль селтәрҙәрҙә автобуста Татарстан туристары булыуын хәбәр итәләр.
«Юл-транспорт фажиғәһе тураһында шунда уҡ Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа хәбәр иттеләр. Республика һәм муниципаль органдарына тейешле йөкләмәләр бирелде. Бөтә кәрәкле саралар ҡабул ителә. Иртән оператив кәңәшмәлә үтәлгән йөкләмәләр һәм кәрәкле өҫтәмә саралар тураһында мәғлүмәт тыңланасаҡ», — тип «Башинформ» агентлығына Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Юл-транспорт фажиғәһе тураһында яңылыҡтарҙы «В Башкирии возбуждено уголовное дело по факту смертельного ДТП с автобусом» материалында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика