07:08 (UTC+5), 28 Июня 2019

Республикала хәбәрһеҙ юғалған 7 йәшлек малайҙы эҙләү тамамланды

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 26 июндә юғалған ете йәшлек малайҙы эҙләү фажиғә менән тамамланды. «Башинформ» агентлығына «Лиза Алерт. Башҡортостан» төркөмөнөң төбәк вәкиле Олеся Пышкина хәбәр итеүенсә, Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре баланың кәүҙәһен тапҡан – малай һыуға батҡан.
Ирекмәндәр, тәфтишселәр, водолаздар, урындағы халыҡ һәм туғандары – бөтәһе 30-ға яҡын кеше — ике тәүлек буйына Шишмә районының Яңы Ябалаҡлы ауылынан хәбәрһеҙ юғалған ете йәшлек малайҙы эҙләне. Бала өйөнә ҡайтмағас, туғандары хафаға ҡалған — ул ҡаҙ көтөргә киткән һәм юғалған. Ата-әсә полицияға мөрәжәғәт иткән, һуңынан ирекмәндәр һәм төбәк ведомстволары вәкилдәре лә баланы эҙләй башлаған. Республикала малайҙың яҙмышына битараф булмаған һәр кем эҙләү эштәрен күҙәтеп барҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика