06:48 (UTC+5), 03 Июнь 2019

Башҡортостанда һуңғы биш йылда һыуҙа 463 кешенең ғүмере өҙөлгән: йышыраҡ йылғала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һыу ятҡылыҡтарында һәләк булыу осраҡтарының иң юғары күрһәткесе 2015 йылға тура килгән, ә һуңғы биш йылда республикала 463 кеше һыуға батып үлгән, улар араһында 49 бала бар. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров һүҙҙәренсә, Башҡортостан һыуҙа аҙ кеше һәләк булған субъекттар араһында Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй (Һамар һәм Ульяновск өлкәләренән ҡала).
«Күпселеге — Мәләүез, Учалы һәм Белорет райондарында, — тине Ғүмәров. — Статистикаға ярашлы, 47% — күлдә, карьерҙа, быуала һәм һыу һаҡлағыста, ә 53% йылғала һәләк була. Республикала һәләк булған һәр алтынсы кеше Ағиҙел йылғаһында батҡан».
Һыуҙа үлем осраҡтарының төп сәбәптәре араһында: йыһазландырылмаған урындарҙа, эскән килеш һәм өлкәндәрһеҙ һыу инеү.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров районды йыһазландырылған пляждар менән тәьмин итмәгән муниципалитет етәкселәрен билдәләүҙәрен һәм һыуҙа үлем осраҡтарының һаны буйынса тәүге урында торған муниципалитеттарҙа кешеләрҙең һәләк булыу сәбәптәрен асыҡлауҙарын һораны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика