06:26 (UTC+5), 30 Мая 2019

Башҡортостанда йәшәүсе үҙенең 7 йәшлек ҡыҙын үлтереүҙә ғәйепләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Стәрлетамаҡ буйынса Тәфтиш бүлеге 7 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен табыу осрағына бәйле «баланы үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 29 майҙа хоҡуҡ һаҡлаусыларға йортта көс ҡулланып үлтереү билдәләре менән бала кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр килгән.
«Иртән Стәрлетамаҡ фатирҙарының береһендә 35 йәшлек ир ҡыҙының илауына асыуланған. Ул баланы башы менән бер нисә тапҡыр ваннаға бәргән. Ҡыҙыҡай ваҡиға урынында үлгән», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Әле ир тотолған. Уның менән беренсел тәфтиш эштәре алып барыла, уны һаҡ аҫтына алыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика