11:41 (UTC+5), 06 Май 2019

Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында Мостай Кәрим исемендәге самолет янған

ТАСС
ТАСС
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында «Аэрофлот» компанияһының Мәскәү-Мурманск рейсын башҡарған Superjet 100 самолетында янғын сыҡҡан. Ваҡиға шаһиттары һүҙҙәренән уның Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен йөрөткән Superjet 100 икәне билдәле булды.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Мәскәү төбәк-ара транспортта тәфтиш идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Авиаһәләкәт осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Мәғлүмәт агентлыҡтары мәғлүмәттәренә ярашлы, самолет тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан. Ошо минутҡа ҡотҡарыусылар ялҡынды һүндергән. Уның осоу-ултырыу һыҙатынан алыныуы билдәләнә. Янғынды лайнер ергә төшкәс үк һүндерә башлағандар. Шаһиттар һүҙҙәренсә, ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл урынына бик тиҙ килеп еткән.
Бынан алда самолеттың һауала яна башлауы, шунан һуң экипаждың аэропортҡа кире ҡайтырға хәл итеүе хаҡында хәбәр ителде. Һауа судноһы ҙур көс менән ергә ултырған. Кешеләрҙе өрөп тултырмалы баҫҡыстар буйлап эвакуацияларға тура килгән. Бортта 73 пассажир һәм биш экипаж ағзаһы булған, 41 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәрим исемендәге бортты тәүге тапҡыр Өфөлә 2017 йылдың октябрендә ҡаршы алдылар.
Мостай Кәрим исемендәге фонд һәләк булғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика