10:32 (UTC+5), 29 Апреля 2019

Башҡортостанда ике кешене үлтереүҙә ғәйепләнеүсене тотҡандар

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Әбйәлил районында 27 һәм 17 йәшлек ике егетте үлтереүҙә ғәйепләнеүсе тотолған. 27 апрелдән 28-енә ҡарай төндә Хәмит ауылында үлемесле яраланған кешеләрҙең кәүҙәләре табылған.
Тәфтишселәр фаразынса, был төндә 56 йәшлек иргә 17 йәшлек энеһе һәм уның ике дуҫы ҡунаҡҡа килгән. Улар хәмер эскән. Берәүһе йоҡларға ятҡан, ә ҡустыһы һәм уның 27 йәшлек танышы ағаһы менән ҡалған. Бәхәс ҡупҡан.
«Йорт хужаһы мылтығын алған да ҡунаҡтарының башына атҡан. 17 йәшлек егет урында һәләк булған, ә 27 йәшлек ир дауаханаға оҙатылған, ләкин ул да йән биргән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Мылтыҡ тауышына уянған өсөнсө ҡунаҡтың башына 56 йәшлек ир төйҙә менән һуҡҡан, тегеһе иҫен юғалтҡан. Күршеләре полиция саҡыртҡан. Ир мылтыҡ, бысаҡ, боеприпастар алып, урманға ҡасҡан. Күпмелер ваҡыттан һуң полицейскийҙар уны тотҡан. Ул ҡаршылыҡ күрһәтеп өлгөрмәгән.
Ғәйепләнеүсене полиция бүлегенә килтергәндәр. Тиҙҙән уға судта хөкөм сараһы сығаралар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика