12:03 (UTC+5), 08 Апреля 2019

Башҡортостанда күп балалы әсә үҙенең 5 йәшлек ҡыҙын үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 7 апрелдә тәфтиш бүлегенә Иглин районы ауылдарының береһенән йәрәхәтләнгән 5 йәшлек ҡыҙыҡайҙы дауаханаға килтереүҙәре тураһында хәбәр килә. Медицина учреждениеһына һәм ваҡиға урынына шунда уҡ тәфтиш-оператив төркөм сыға.
Асыҡланыуынса, был көндө ҡатын 7, 5 һәм 3 йәшлек балалары менән мунса ингәндә 5 йәшлек ҡыҙының күкрәгенә һәм арҡаһына бысаҡ менән сәнскән. Ҡысҡырған тауышты ишетеп, балаларҙың атаһы ҡатынын туҡтатып өлгөргән һәм ашығыс ярҙам саҡыртҡан.
Иглин район-ара тәфтиш бүлеге 40 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
«Әле бала дауаханала. Ғәйепләнеүсе тотолған, уны һаҡ аҫтына алыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Тәфтишселәр зыян күреүсенең һәм ғәйепләнеүсенең туғандарынан һәм яҡындарынан һорау ала. Енәйәттең шаһиты булған ике балаға белгестәр психологик ярҙам күрһәтә. Ғаиләнең торлаҡ-конкүреш шарттары тикшерелә. Быға булышлыҡ иткән башҡа сәбәптәр һәм шарттар асыҡлана. Ғәйепле ҡатынға психологик-психиатрик суд экспертизаһын үткәреү күҙаллана», — тип белдерҙеләр төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика