10:24 (UTC+5), 05 Апреля 2019

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы күмәкләп мыҫҡыл итеүҙән ҡотҡарған

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ошо көндәрҙә Өфөләге полиция бүлегенә 31 йәшлек Баймаҡ районы кешеһе мөрәжәғәт иткән. Ул ике ирҙең уның дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын мәсхәрәләргә маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Асыҡланыуынса, белдереүсе һәм уның һөйгәне таныш булмаған ике ир менән кәйеф-сафа ҡорған. Иҫерек ирҙәр Баймаҡ районы кешеһен ҡыуып сығарған һәм уның ҡыҙын туҡмай башлаған, һуңынан мыҫҡыл итергә маташҡан.
Ир шунда уҡ яҡындағы полиция бүлегенә йүгергән. Дежур хеҙмәткәрҙәр тиҙ арала күрһәтелгән адрес буйынса килеп еткән.
«Һөжүм итеүселәрҙең береһен енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәре тотҡан. Икенсе енәйәтсе бысаҡ менән полиция лейтенанты Марат Бикмәтовҡа янай башлаған. Һаҡланыу алымын ҡулланып, полицейский ирҙе ҡоралһыҙландырған һәм уны тотҡан», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Енәйәттә ғәйепләнеүселәр — Өфөлә йәшәгән 30 һәм 33 йәшлек ирҙәр, уларҙың береһе элек тә хөкөм ителгән булған. Улар Рәсәйҙең республика буйынса Тәфтиш комитетына тапшырылған. Бынан тыш, полицескийға ҡорал менән һөжүм итеү осрағы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу өсөн материал йыйылған.
«Республиканың эске эштәр министры полиция генерал-лейтенанты Роман Деев һөнәри бурысын намыҫлы үтәгән өсөн полиция лейтенанты Марат Бикмәтовты бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул иткән», — тип өҫтәнеләр ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика