Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
2 Апрель 2019, 12:03

Республикала бер ир кафела йәш парға атҡан

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Салауат ҡалаһында бөгөн төндә травматология пунктына йәрәхәттәр менән 26 йәшлек егет һәм уның 20 йәшлек дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы килтерелгән.
Уларҙың кафела ултырыуҙары, унда 50 йәшлек ир менән танышыуҙары асыҡланған. Бергә спиртлы эсемлек эскәндән һуң араларында бәхәс ҡупҡан. Яңы таныштары травматик пистолетын сығарып, егет менән ҡыҙға ата башлаған.
Күп тә үтмәй, ул кафенан алыҫ түгел ерҙә тотолған. Ир үҙенең был ҡылығын аңлата алмаған, сөнки ныҡ иҫерек булған.
«Әлеге осраҡ буйынса тикшереү үткәрелә, унан һуң процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», — тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса хеҙмәткәре Ильмира Хәйбуллина.
Читайте нас: