10:22 (UTC+5), 02 Апрель 2019

Өфөлә Башҡортостандың элекке ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры тотолған

ӨФӨ, 2019 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Башҡортостан Республикаһының элекке ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев тотолған. Ул ер участкаларын һатҡанда вазифа бурыстарын яуыз ниәттә файҙаланыуға ғәйепләнә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йылдың ноябрендә ғәйепләнеүсе, үҙ вәкәләттәрен арттырып, законда билдәләнгән конкурс процедураларын үткәреү тәртибен һанға һуҡмайынса, ике ер участкаһын «Группа компаний СУ-10» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте милкенә һатыуҙы ойошторған. Участкалар Өфө ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан, дөйөм майҙаны — 17 мең квадрат метрҙан ашыу. Өҫтәүенә хаҡы участкаларҙың кадастр хаҡынан яртылаш кәметелгән.
Һатҡан саҡта Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ошо ер участкалары менән идара итеү хоҡуғы булмаған.
Енәйәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә йәмғиәттең һәм дәүләттең хоҡуҡтары, законлы мәнфәғәттәре боҙолған, Башҡортостан дәүләт милкен һатыуҙан 27 миллион һум самаһы килем алып еткермәгән.
Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе тотолған, тәфтиш эштәре алып барыла, уға хөкөм сараһы һайлау тураһында мәсьәлә хәл ителә, тәфтишселәр ҡылынған енәйәттең бөтә шарттарын да асыҡлауҙы, уға ҡыҫылышы булған башҡа кешеләрҙе тикшереүҙе дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика