09:03 (UTC+5), 22 Марта 2019

Башҡортостан Тәфтиш комитеты: Өфөлә ике үҫмер 14 йәшлек ҡыҙҙы йәберләгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусылар яҡшы баһалар һәм спорт ҡаҙаныштары менән түгел, ә оло янъял менән «дан алған». Кисә көндөҙ социаль селтәрҙә бәлиғ булмаған ҡыҙ менән малайҙың йорт ҡыйығында енси мөнәсәбәткә инеүе яҙҙырылған видео һалынған. Быны бер уҡыусы телефонға төшөргән. Балалар иҫерек булған, тип билдәләнә.
Пабликтағы мәғлүмәткә ярашлы, «видеорежиссер» яҙманы — дуҫына, ә тегеһе башҡаларға күрһәткән. Тиҙҙән был хәл бөтә мәктәпкә билдәле булған. Аҙаҡ ҡыҙ көсләү тураһында ғариза яҙған.
Өфөнөң Киров районы буйынса тәфтиш бүлеге 15 йәшлек үҫмергә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
«19 мартта көндөҙ 14 йәшлек ҡыҙ Өфөләле күп фатирлы йорттоң ҡыйығында 15 һәм 13 йәшлек ике үҫмерҙең йәберләүенә дусар булған, — тип аңлатма бирҙеләр был хәлгә республика тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә. — Әле 15 йәшлек ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында. Тикшереү бара. Енәйәттең сәбәптәре асыҡлана. 15 йәшлек үҫмергә ҡарата хөкөм сараһын һайлау тураһында мәсьәлә хәл ителә. Тикшереү барышында 13 йәшлек үҫмерҙең ҡылығына ла юридик баһа биреү ҡаралған. Уны бәлиғ булмағандар өсөн ваҡытлыса изоляция үҙәгенә урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика