06:13 (UTC+5), 12 Марта 2019

Башҡортостанда үҫмер урамда газдан ағыуланып үлгән

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Балаҡатай районының Балаҡатай ауылында уҙған аҙнала бер бала менән фажиғәле хәл теркәлгән. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, үҫмер тиҫтерҙәре менән урамда газ менән «шаярған». 14 йәшлек уҡыусы баллондан газ еҫкәгән, һуңынан уның хәле насарайған. Үтеп барыусылар, балаларҙың дуҫын иҫенә килтерергә маташыуын күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Урынға килеп еткән табиптар уҡыусының үлеме раҫлаған.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, малай «токсикоман булған» — уны ошо насар ғәҙәтенән арындырырға тырышһалар ҙа, бер нәмә лә килеп сыҡмаған.
«Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе уҙғарыла. Үҫмерҙең үлем сәбәптәрен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тип белдерҙеләр «Башинформ» агентлығына республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика