12:53 (UTC+5), 04 Марта 2019

Республикала тәфтишсе ҡыҙҙың коллегаһынан туҡмалыу сәбәбе билдәле булды

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Белорет районында уҙған аҙнала полицияға Эске эштәр министрлығының урындағы бүлегенә 23 йәшлек тәфтишсе ҡыҙҙан ғариза килгән. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ҡыҙ 28 февралдә башы, бите, аяғы, ике ҡулбаш быуыны, эсе имгәнеп, дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Ул үҙенә тәфтиш бүлеге начальнигы урынбаҫарының ҡул күтәреүен әйткән. Был хәл 27 февралдә төн уртаһында К.Маркс урамында булған.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡтың мәғлүмәтенә һылтанып хәбәр итеүенсә, ҡул күтәреүҙең сәбәбе – ҡыҙҙың мөнәсәбәттәрҙән баш тартыуы. Йәнәһе лә юстиция подполковнигы үҙенең хеҙмәткәренә осрашырға тәҡдим иткән. Ҡыҙ ризалашмағас, ул ҡыҙып киткән һәм туҡмаған.
Әле «сәләмәтлеккә аңлы рәүештә еңелсә зыян килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәт тикшереүен үткәрә. Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо осраҡ буйынса ведоство тәфтиш алды тикшереүен уҙғара.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика