11:58 (UTC+5), 01 Март 2019

Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған ике бала атаһының кәүҙәһе ҡарҙа табылған

«Балаларҙы эҙләү - Өфө» (Башҡортостан) төркөмө, Vk
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 19 февралдә 39 йәшлек ирҙең әсәһе менән ҡатыны Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Улар уның юғалыуы тураһында ғариза яҙған. 14 февралдә ир «Башҡортостан сәскәләре» ҡасабаһында йәшәгән әсәһенең өйөнән сығып киткән һәм юғалған. Ул юғалыр алдынан ҡатыны менән ыҙғышҡан булған, шуға күрә туғандары быға артыҡ әһәмиәт бирмәгән.
«Тикшереү ирҙең юғалыуы енәйәткә бәйле булыу ихтималлығын асыҡлаған. «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр һәм полицейскийҙар ирҙең юғалыуына ҡатнашы булған кешене тапҡан, шулай уҡ хәлдең нисек булғанын асыҡлаған», — тип хәбәр иттеләр төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Нимә булған һуң? Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, 39 йәшлек ир ҡатыны менән ыҙғышҡандан һуң тышҡа йөрөргә сыҡҡан. Юлда ул урындағы урам һепереүсене осратҡан. Улар һөйләшеп киткән. Ир 40 йәшлек Боҙаяҙ ауылы кешеһенә үҙенең кисерештәре хаҡында әйткән һәм эсергә тәҡдим иткән. Тәүҙә улар зыян күреүсенең өйөндә эскән, ә аҙаҡ табын урам һепереүсенең ҡасаба ситендәге ҡаралтыһына күскән. Ирҙәр һүҙгә килешкән — урам һепереүсе уның башына һуҡҡан, һуңынан ныҡ итеп туҡмаған. Уның ҡунағы урында йән биргән. Үлтереүсе тәүҙә ҡасҡан, ләкин икенсе көнөнә кире килгән: энәйәт эҙҙәрен йәшергән, мәйетте кеше һирәк йөрөгән ерҙә ҡарға күмеп ҡуйған. Һуңынан ҡаланан ҡайтып киткән. Урам һепереүсе республиканың төрлө райондарында йәшеренеп йөрөгән. Полицейскийҙар уны йәшәгән ерендә — Ҡырмыҫҡалы районында тотҡан.
Әле уға хөкөм сараһы тураһында мәсьәлә хәл ителә. Быға тиклем ул яуыз уй менән һаулыҡҡа ауыр зыян килтергән өсөн хөкөм ителгән.
Ғүмере ҡыйылған ирҙең өйөндә 4 һәм 15 йәшлек ике улы ҡалды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика