04:30 (UTC+5), 08 Февраль 2019

Башҡортостанда 16 йәшлек ҡыҙ дауахана юлында вафат булды

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Субботина/. Ауырғазы районы прокуратураһы Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлегенең район дауаханаһы табиптарының ярҙамды тейешле кимәлдә күрһәтмәү осрағы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында ҡарарын законлы һәм нигеҙле тип таныны.
«Аургазинский вестник» гәзите яҙыуынса, быйыл февраль башында Терәпә ауылында йәшәгән 16 йәшлек ҡыҙҙың сәләмәтлеге насарая. Урындағы фельдшерҙың йүнәлтмәһе буйынса ул Талбазы үҙәк район дауаханаһы педиатрына бара. Үҫмергә диагноз ҡуйыла, дарыуҙар яҙып бирелә. Икенсе көндө лә уның хәле яҡшырмай, йәнә фельдшер саҡырыла. Дауалаусы табиптың күрһәтмәһе буйынса медик тейешле укол яһай. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙың хәле тағы насарая. Шунан ата-әсә Талбазы ауылының ашығыс ярҙам станцияһына шылтырата.
Улар буш транспорт булмауына һылтанып баш тартҡас, уҡыусының ата-әсәһе баланы үҙҙәренең автомобиле менән медицина учреждениеһына алып барырға хәл итә. Юлда ҡыҙ вафат була.
Ата-әсә һүҙҙәренсә, улар фельдшерға һәм дауалаусы табипҡа ҡыҙҙы дауаханаға һалырға теләүҙәре тураһында әйткән, ләкин педиатрия бүлегендә буш урындар юҡ тигән яуап алған.
Әле райондың хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиғаны тикшерә. Үҫмерҙең үлем сәбәбе асыҡлана. Эш барышы һәм тикшереү һөҙөмтәләре район прокуратураһының махсус контролендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика