07:51 (UTC+5), 04 Февраля 2019

Сибайҙың ер аҫты рудниктарының береһендә шахтер һәләк булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Сибай филиалының ер аҫты рудниктарының береһендә шахтер һәләк булды. Көндөҙгө сәғәт 4 тирәһендә смена мастеры Түбәнге ҡалдау ерҙә тейәү-бушатыу машинаһы машинисының йәнһеҙ кәүҙәһенә тап була.
«Башинформ» агентлығына Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Сибай филиалының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта комиссия бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәрен тикшерә.
Компанияла әйтеүҙәренсә, Түбәнге ҡалдау ер ятҡылығы Яңы Сибай ятҡылығы (Сибай карьеры) менән бәйле түгел. «Шуға күрә әлегә эшсенең газ менән ағыуланыуы тураһында һүҙ бармай», — тип белдерҙе Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты вәкиле.
Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бәхетһеҙ осраҡты тикшереүҙе шәхси контролдә тотоуы тураһында белдерҙе. Ул шулай уҡ мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика