09:02 (UTC+5), 16 Января 2019

Башҡортостанда 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүсе тотолдо

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ориентировкаһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Стәрлетамаҡта 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүсе тотолдо. Тәфтиш комитетының республика идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, 2 ғинуарҙа ир өйөнә ҡайтып килгән үҫмергә ташланған.
«Хәбәрҙән һуң ваҡиға урынына тиҙ арала территориаль тәфтиш бүлеге тикшереүселәренән, Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығы тәфтишсе-криминалистарынан, шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәренән торған тәфтиш-оператив төркөм барып етте», — тип һөйләнеләр ведомствола.
Криминалистар һәм полицейскийҙар педофилды эҙләү иғлан итте. Ғәйепләнеүсенең таныштарынан һорау алыу үткәрелде һәм енәйәтсенең ҡайһы урында булыуы мөмкин икәнлеге асыҡланды. Ул Нефтекама ҡалаһында табылды.
«2019 йылдың 14 ғинуарында полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене Нефтекама урамдарында тотто һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының тәфтиш бүлегенә тапшырҙы. Тикшереү барышында ир үҙ ғәйебен таныны», — тип хәбәр итте тәфтишселәр.
Республика Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, енәйәтсе — Башҡортостандың Стәрлебаш районынан 39 йәшлек ир, ул быға тиклем дә хөкөм ителгән булған.
Әле ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика