05:53 (UTC+5), 26 Декабрь 2018

Башҡортостанда аңлы рәүештә үҫмерҙәре тапатҡан водитель 10,5 йылға иркенән мәхрүм ителде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Силәбе өлкәһенән 36 йәшлек иргә суд ике статья буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул «Үлтереү»ҙә, «Аңлы рәүештә һаулыҡҡа уртаса зыян килтереү»ҙә һәм «Административ язаға дусар ителгән кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу»ҙа ғәйепләнде.
Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың йәйендә ул Башҡортостандың Учалы районындағы күл буйында дуҫтары менән ял иткән булған. Был ваҡытта 13 һәм 14 йәшлек ике үҫмер ҙә һыу инергә килгән.
«База биләмәһе буйлап йөрөгәндә, уҡыусылар мотоцикл менән ғәйепләнеүсенең палаткаһы янынан үтеп киткән. Дуҫтары менән ял иткән ир, үҫмерҙәр минең тыныслығымды боҙҙо һәм балаларымды ҡурҡытты тип, уларҙы эҙәрлекләй башлаған. Ауыл-ара юлда балалар ултырған мотоциклды ҡыуып етеп һәм уларҙың мотошлемдары юҡлығын күреп, ғәйепләнеүсе автомобиле менән мотоциклдың артҡы өлөшөн төкөгән, мотоцикл ергә ауған. Һуңынан ир быға тиклем рулдә ултырған, хәҙер иһә ерҙә ятҡан бала менән бергә мотоциклды ҡыйратыуын дауам иткән», — тип һөйләнеләр республиканың Тәфтиш комитетында.
Һөҙөмтәлә башы йәрәхәтләнгән 13 йәшлек малай урында һәләк булған, уның дуҫы төрлө йәрәхәттәр алған. Ғәйепләнеүсе рулгә иҫерек килеш ултырған, быға тиклем дә шуның өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Башҡортостандың Юғары суды енәйәтсене 10 йыл да 6 айға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика