10:11 (UTC+5), 25 Декабря 2018

Туймазы районындағы янғында ике һәм дүрт йәшлек балаларҙың ғүмере өҙөлгән

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн иртән Башҡортостандың Туймазы районы Иҫке Ҡандра ауылындағы йортта янғын сыҡҡан. Янғын урынын тикшереү барышында ике һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙарҙың кәүҙәләре табылған.
Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ғаилә имен тип иҫәпләнгән. Балаларҙың атаһы ситтә эштә йөрөгән. Ҡыҙҙарҙың әсәһе – хужабикә. Төтөндө күргәс, ул йоҡлап ятҡан балаларын уятып тормайынса, ярҙам һорап йүгергән һәм кире килеп өлгөрмәгән. Әле ул шок хәлендә һәм был турала бер ни ҙә һөйләй алмай. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә янғын тураһында хәбәр 25 декабрҙә иртәнге 7 тула 35 минутта килгән.
Ярты сәғәттән - 32 квадрат метр майҙанда, сәғәт 8 тула 35 минутҡа янғын тулыһынса һүндерелгән.
Ут-ялҡын эҙемтәләрен бөтөрөүгә «Ҡандра»,«Туймазы» янғын частары, Башҡортостандың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте көстәре һәм саралары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өс берәмек техникаһы һәм ете хеҙмәткәре, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы ебәрелгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов ваҡиға урынына юлланған.
Урында тәфтиш-оператив төркөм, шул иҫәптән, дознаватель, һынау янғын лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре, психолог эшләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ Туймазы районының Ҡандра ауылындағы йортта сыҡҡан янғын өс кескәй баланың ғүмерен өҙгәйне.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика