06:19 (UTC+5), 20 Декабрь 2018

Башҡортостанда йәшәүсе айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән яман шеш менән сирләгән ҡатынын үлтергән

Башҡортостан прокуратураһы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 19 декабрҙә Ейәнсура районының Үтәғол ауылында рәхимһеҙ үлтереү тураһында енәйәт эше буйынса фекер алышыу уҙҙы. Дәүләт ғәйепләүен республика прокуроры Андрей Назаров хупланы.
Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл апрель айында иҫерек ир айырыусы ҡанһыҙлыҡ менән үҙенең 61 йәшлек хәләл ефетен үлтергән. Ҡатын һуңғы стадиялағы яман шеш менән ауырыған һәм саҡ йөрөгән. Енәйәтсе ауыр сирле, ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған тормош иптәшен туҡмаған. Шунан ул бысаҡ алып уға бер нисә тапҡыр сәнскән — ҡатыны вафат булған. Әсәһенең кәүҙәһен улы тапҡан һәм полиция саҡырған.
Енәйәт эше фигуранты бынан алда ауыр енәйәт өсөн хөкөм ителгән булған. 2014 йылда ул ауылдашын үлтергәнсе ҡыйнаған.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен өлөшләтә таныны. Башҡортостан прокуроры енәйәттең ауыр икәнен иҫәпкә алып, уны ике йылға иркенән сикләү менән 19 йылға махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатырға тигән тәҡдим индерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика