06:16 (UTC+5), 14 Декабрь 2018

Өфө аэропортында самолет һауаға күтәрелгәндә ҡойроғо менән ергә һуғылған һәм осошто туҡтатырға мәжбүр булған

fly-inform.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Өфө» аэропортында «Урал авиалиниялары» лайнеры һауаға күтәрелгәндә ҡойроғо менән осоу-ултырыу һыҙатына бәрелгән һәм осошто туҡтатырға мәжбүр булған, тип хәбәр итә «Интерфакс» аэропорт хеҙмәттәрендәге сығанаҡҡа һылтанма менән.
Осраҡ бөгөн Өфөнән Нижневартовскиға рейс башҡарған Airbus A321 самолеты һауаға күтәрелгән саҡта теркәлгән.
«Өфө аэропортынан ҡуҙғалғас, командир самолет ҡойроғоноң осоу-ултырыу һыҙатына бәрелеүе тураһында хәбәр иткән. Осошто ашығыс рәүештә туҡтатырға һәм самолетты яҡындағы аэродромға — авиакомпанияның Екатеринбургтағы ремонтлау базаһына ебәрергә тигән ҡарар ҡабул ителгән», — тиелә агентлыҡ белдереүендә.
Сығанаҡ һүҙҙәренсә, лайнер «Кольцово» аэропортына төшкән. Бер кем дә зыян күрмәгән. Самолет осоштан алынған, уны техниктар тикшерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика