Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Декабрь 2018, 16:21

Республикала унынсы класс уҡыусыһы поезд аҫтында ҡалған

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһы Таҙлар – Төкөн араһында 16 йәшлек үҫмерҙең үлем осрағы буйынса тикшереү башланы.
Волга буйы транспорт прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 12 декабрҙә кискеһен йәш егет 3018-се йөк поезы аҫтында ҡалған. Тиҙ генә тормозға һалһа ла, машинист уның ғүмерен фажиғәле хәлдән ҡотҡара алмаған. Үҫмер алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ һәләк булған.
«Ваҡиға урынына Стәрлетамаҡ транспорт прокуроры, тәфтиш төркөмө килгән. Уҡыусы Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән», — тип хәбәр иттеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1250741-v-bashkirii-poezd-nasmert-sbil-desyatiklassnika/
Читайте нас: