09:43 (UTC+5), 30 Ноября 2018

Өфөлә йәшәгән ирҙе яуыз ниәт менән өс ҡатын-ҡыҙға ВИЧ йоҡторған өсөн хөкөм итәләр

med.vesti.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан прокуратураһы Өфөлә йәшәгән ВИЧ-инфекциялы иргә ҡарата енәйәт эшенең тулыраҡ мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Асыҡланыуынса, 2012 йылда ғәйепләнеүсегә иммун дефициты вирусы диагнозы ҡуйыла. Был хаҡта ир йөклө ҡатынының аяуһыҙ сиргә тарыуынан һуң ғына белеп ҡала.
Уның менән айырылышҡас, 2013 йылдың сентябренән 2016 йылдың авгусына тиклем ир социаль селтәрҙәрҙә, сайттарҙа ҡыҙҙар менән танышҡан һәм улар менән енси бәйләнешкә ингән. Өҫтәүенә үҙенең сирле икәнен әйтмәйенсә, яуыз ниәт менән уларҙы зарарлаған. Шул сәбәпле өс ҡатын-ҡыҙ кешенең иммун дефициты вирусын йоҡторған. Тағы ла өсәүһен үҙенең ауырыу икәнен белгәнсе зарарлағанын тәфтиш идаралығы асыҡлаған.
Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныманы.
Әлеге ваҡытта енәйәт эше судҡа ебәрелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
http://www.bashinform.ru/news/1245225-zhitelya-ufy-s-vich-infektsiey-osudyat-za-umyshlennoe-zarazhenie-trekh-zhenshchin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика