12:51 (UTC+5), 22 Ноября 2018

Баш ҡалала көсләүҙә ғәйепләнгән ике экс-полицейскийҙы һаҡ аҫтынан сығарыуҙары ихтимал

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөлә 23 йәшлек коллегаһын күмәкләп көсләүҙә ғәйепләнгән ике элекке полицейскийҙы һаҡ аҫтынан сығарыуҙары мөмкин. Эске эштәр министрлығы Өфө районы бүлегенең элекке начальнигы Эдуард М.-дың адвокаты «Башинформ» агентлығына енәйәт ҡылынған мәлдә уның икенсе урында булыуы хаҡында белдерҙе.
«Зыян күргән ҡыҙҙың ғаризаһында күрһәтелгән ваҡытта (төнгө 11 тула 20 минут- 1-се ярты тирәһе) минең яҡланыусым һәм уның коллегаһы Ғәлиев унда булмаған, — тип аңлатты «Башинформ» агентлығына адвокат Әсләм Халиҡов. — Телефондар һәм видеокамералар буйынса ғәйепләнеүселәрҙең ҡайҙа йөрөгәнен ҡараныҡ».
Шлагбаум янындағы тышҡы күҙәтеү камераһы Эдуард М.-дың төнгө 11-се яртыла үҙенең өйөнә ҡайтыуын теркәгән, тип билдәләне юрист Халиҡов. Был ваҡытта Салауат Ғ. полиция бүлегендәге табындан һуң таныш ҡыҙы менән «Отдых» кафеһында киткән.
«Әле беҙ ошо мәсьәләлә адвокат эштәрен тамамлайбыҙ һәм яҡланыусымды, уның элекке коллегаһын азат итеү тураһында үтенес ебәрәбеҙ», — тине адвокат Әсләм Халиҡов.
29 октябрҙән 30-ына ҡарай төндә ҡылынған енәйәттә республиканың Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының полиция бүлектәре етәкселәрен ғәйепләйҙәр. Үҙҙәренең хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргәндән һуң улар эске эштәр органдарынан бушатылды. 2 ноябрҙә Өфөнөң Киров районы суды өсәүһен дә һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Һуңынан адвокаттар Башҡортостандың Юғары судына ялыу менән мөрәжәғәт итте. Ләкин унда тәүге ҡарарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙылар.
http://www.bashinform.ru/news/1242008-v-ufe-dvukh-eks-politseyskikh-obvinyaemykh-v-iznasilovanii-mogut-otpustit-iz-pod-strazhi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика