07:51 (UTC+5), 21 Ноября 2018

Өфөлә ЮХХДИ-на килгән ир вафат булған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә ЮХХДИ-на килгән ир вафат булған. Фажиғәле хәл Октябрь проспектында урынлашҡан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Район-ара теркәү-имтихан бүлегендә теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ирҙең хәле насарайған һәм ул йән биргән. Асыҡланыуынса, ул йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланған икән.
Тәфтиш органдары әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүен башлаған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә. Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш.
Башҡортостандың баш дәүләт инспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында ошо хәлгә аңлатма бирҙе. «60 йәшлек ир улы менән автомобилен иҫәпкә ҡуйырға килгән. Иртәнге сәғәт 10-сы 10 минут тирәһендә ул хәле бөтөп ултырғысҡа ултырған. Полиция хеҙмәткәрҙәре аңын юғалтҡан иргә беренсе ярҙам күрһәткән. Килеп еткән ашығыс ярҙам уның үлемен раҫлаған. Фараздарҙың береһенә ярашлы, ирҙең ҡан тамыры өҙөлгән, яңыраҡ ул йөрәгенә операция яһатҡан булған», — тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ башлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1240867-v-ufe-muzhchina-skonchalsya-pri-poseshchenii-gibdd/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика