04:16 (UTC+5), 16 Ноября 2018

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә йәнә ер тетрәгән

ceme.gsras.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә көндөҙгө сәғәт 1 тула 12 минутта Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сигендә йәнә ер тетрәү булған. «Рәсәй Фәндәр академияһының берҙәм геофизика хеҙмәте» мәғлүмәттәре буйынса, эпиүҙәк Ҡытау-Ивановск ҡалаһынан 21 саҡрым көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Сейсмик әүҙемлек 4,4 магнитуда һәм 10 саҡрым тәрәнлек менән теркәлгән. Халыҡтан оператив хеҙмәттәргә 50-нән ашыу мөрәжәғәт килгән.
«Райондар, объект хакимиәттәре, министрлыҡтар, ведомстволарҙың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәге менән үҙ-ара эш итеү ойошторолған», — тип хәбәр иттеләр Силәбе өлкәһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Емереклектәр, зыян күргән һәм һәләк булған кешеләр тураһында мәғлүмәт килмәгән.
2018 йылда Башҡортостан биләмәһендә бындай күренеш күҙәтелгәйне инде. 5 сентябрҙә Уралда Өфөнән 133 саҡрым көнсығыштараҡ ер тетрәне. Сығанаҡ 10 километр тәрәнлектә урынлашҡан.
Ни өсөн Башҡортостанда ер тетрәй, төбәктәге сейсмик әүҙемлек тураһында башҡа ҡыҙыҡлы факттар, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1238886-na-granitse-bashkirii-i-chelyabinskoy-oblasti-snova-zafiksirovano-zemletryasenie/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика