11:27 (UTC+5), 08 Ноября 2018

Өфө үҙәгендә «Башавтотранс» водителе оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙы бер нисә метр һөйрәп барған һәм ҡасҡан

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөнөң Совет майҙанында көндөҙгө сәғәт 3 тирәһендә бер ханым аварияла зыян күргән. «Башавтотранс» предприятиеһының 75-се маршрут буйынса йөрөгән «НефАЗ» автобусы туҡталышта пассажирҙарҙы сығара башлаған. Оло йәштәге ханым автобустан төшөп өлгөрмәгән: водитель уны ишеккә ҡыҫтырып, бер нисә метр һөйрәп барған. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, Людмила исемле ҡатын ғилми хеҙмәттәр менән китапханаға йүнәлгән булған.
«Ул башы менән асфальтҡа һуғылған, аяҡ-ҡулы имгәнгән, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына ошо хәлде үҙ күҙҙәре менән күргән Урал Ғүмәров.— Бер ир менән уны эскәмйәгә ултырттыҡ һәм ашығыс ярҙам саҡырҙыҡ. Табиптар уны дауаханаға алып китте. ЮХХДИ-на шылтыратырға тиҙ генә төшөнмәнек».
Юл фажиғәһенең шаһиттары Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән «Уфанет» камералары аша ғәйепле водителде табыуҙы һорай.
http://www.bashinform.ru/news/1235807-v-tsentre-ufy-voditel-bashavtotransa-protashchil-neskolko-metrov-zhenshchinu-i-skrylsya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика